+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 11:00

БАЛАЛАРҘЫ ЙӨРӨТКӘН АВТОБУСТЫҢ ВОДИТЕЛЕ ИҪЕРЕК КӨЙӨ ЮЛҒА СЫҠҠАН

Ейәнсура районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары иҫерек килеш мәктәп автобусы менән идара иткән водителде асыҡланы. Эскән килеш ул балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән мәктәп уҡыусыларын өйҙәренә таратҡан.

Һөҙөмтәлә уға ҡарата административ протокол төҙөлгән һәм ул транспорт менән идара итеүҙән ситләтелгән. Әлеге осраҡ буйынса, балаларҙы ташыуҙы тәьмин итеүсе яуаплы етәкселәр ҙә язаға тарттырыласаҡ. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе асыҡлау буйынса иҫкәртеү саралары дауам итә.

Читайте нас: