+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2021, 14:20

МӘКТӘП АШХАНАЛАРЫНДА БАЛАЛАРҘЫҢ ДӨРӨҪ ТУҠЛАНЫУЫ МӨҺИМ!

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол мәктәбендә лә ата-әсәләрҙән төҙөлгән комиссия ағзалары мәктәп ашханаларындағы ризыҡтарҙың сифатын даими тикшерә. Улар айына бер тапҡыр балаларҙың нисек туҡланыуҙары менән ҡыҙыҡһына. Яңы законға ярашлы уҡыу йылы башынан алып, башланғыс класс уҡыусылары бушлай һәм бер тигеҙ туҡлана. Тәмле итеп бешерелгән аҙыҡ уҡыуҙың сифатына ла, кәйефкә лә яҡшы йоғонто яһай. Шуның өсөн дә балаларҙы сифатлы, витаминдарға бай ризыҡтар менән туҡланыуы мөһим.

Икенсе Этҡол ун бер йыллыҡ мәктәбендә 129 бала белем ала улар өс төркөмгә бүленеп туҡлана. Иң беренсе башланғыстар ашханаға килә.
4 кешенән торған комиссия ағзалары ла бутҡа, салатты тәмләне, аҙналыҡ меню , брокираж журналы менән танышты. Ашхана хеҙмәткәрҙәренең эше менән ҡәнәғәт ҡалдылар.
Читайте нас: