Яр Саллы ҡалаһының “Шоңҡар” милли-мәҙәни автономияһы башҡорттарҙың милли мәҙәниәтен, традиция һәм йолаларын үҫтереү, башҡорт телен өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып бара. Был ойошма Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Бөгөн мәктәптә үтәсәк тантаналы йыйылышта Яр Саллы ҡалаһының “Шоңҡар” милли-мәҙәни автономияһы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Беҙҙең республика делегацияһы мәктәпкә башҡорт милли костюмдары, сувенирҙар, башҡорт телендә сыҡҡан балалар журналдары, башҡорт йырҙары яҙылған компакт дискылар бүләк итәсәк.