+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 09:05

КОСМОНАВТИКА КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН САРАЛАР

Башҡалал Гагарин үҙәге 5-се йыл уңышлы эшләп килә, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған кванториумда балалар 8 йүнәлеш буйынса шөғөлләнә. Педагогтар әйтеүенсә, айырыуса, роботтар эшләү, компьютер программалары әҙерләү, аэрокосмос, радиотехника түңәрәктәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Ә космонавтика көнө уңайынан бында балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс саралар ойошторолған. Тәүге тапҡыр уҙған бөтә Рәсәй диктантында ҡатнашыусылар ҙа ошонда йыйылды. Республика буйынса 200-ҙән ашыу уҡыусы йыһан темаһына белемен һынап ҡарарға теләк белдергән. Улар диктанттыүҙәктә лә, онлайн рәүештә лә яҙҙы.
Читайте нас: