+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 10:05

РЕСПУБЛИКАНЫҢ БӨТӘ МӘКТӘПТӘРЕ ЛӘ ТИҘ ИНТЕРНЕТҠА ТОТАШТЫРАЛАСАҠ

Был турала Радий Хәбиров мәктәп мәғарифының өсөнсө форумында белдерҙе. "Ҡанатлан" мәктәп мәғарифының өсөнсө форумында республика башлығы артабан да уҡытыусылар өсөн махсус программалар булдырыу тураһында әйтте. Теүәл бер йыл элек беҙ дистанцион уҡыуға күстек. Бер миллион ярым дәрес алыҫтан алып барылған. "Быйыл бөтә мәктәптәр ҙә тиҙ интернетҡа тоташтырыласаҡ" - тине төбәк етәксеһе.

Тап «Ҡанатлан» проекты ярҙамында республика мәктәптәрендә төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр алып барыла. Төрлө яҡлап үҫешкән камил шәхес тәрбиәләү маҡсаты тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: