+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 09:35

Миәстә башҡорт класы асылды

Балалар бында телде генә өйрәнеп ҡалмай, башҡорт тарихын, мәҙәниәтен, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә төптән үҙләштерәсәк.

Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында башҡорт теле класы асылды.
Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт гимназия-интернаты тарафынан Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырылған "Йәкшәмбе мәктәбе" сиктәрендә ойошторолған.
Балалар бында телде генә өйрәнеп ҡалмай, башҡорт тарихын, мәҙәниәтен, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә төптән үҙләштерәсәк.
Башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыу тантанаһында Миәс ҡала хакимиәте вәкилдәре, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернатынан да ҡатнаштылар.
Гимназия уҡытыусылары балаларға башҡорт бейеүе һәм ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтте.
Проект һөҙөмтәләре буйынса 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернаты сайтында берҙәм һанлы майҙансыҡ төҙөү күҙаллана. Ул олоһон да, кесеһен дә башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итәсәк.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: