-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 23:39

“Торатау” Конгресс-холында “Юғары ос!” III мәктәп мәғарифы форумы уҙҙы

9 апрель “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары ос!” мәктәп мәғарифының өсөнсө форумында ҡатнашты. Ул форумда мәғариф системаһы өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне.Форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова мөрәжәғәт итте. Ул бындай дискуссион майҙансыҡтарҙың мәктәп белеме үҫеше һәм актуаль проблемаларҙы хәл иткәндә фекер алышыу өсөн мөһимлеген билдәләп үтте.- Педагогтарҙың һорауҙары күп: эш хаҡынан алып уҡыу процесын цифрлаштырыуға бәйле һөнәри оҫталыҡты арттырыуға тиклем, - тип билдәләп үтте Лилиә Ғүмәрова. – Тағы бер мөһим мәсьәлә – балаларға өҫтәмә белем биреү. Беҙ мәктәп уҡыусыларына, яңы таланттарҙы асыу өсөн, түңәрәктәр һәм секциялар рәүешендә файҙалы альтернатива тәҡдим итергә тейешбеҙ.- Һеҙ бик мөһим тема күтәрҙегеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Баланың нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, дәүләткә ресурстарҙы ҡайҙа ебәрергә кәрәклеген аңлау мөһим. Түңәрәктәр ата-әсәгә йөк булып ятырға тейеш түгел. Республика етәксеһе Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығына өҫтәмә белем биреү системаһын анализларға һәм тәҡдимдәр бирергә ҡушты. Тулыраҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140771.html

9 апрель “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары ос!” мәктәп мәғарифының өсөнсө форумында ҡатнашты. Ул форумда мәғариф системаһы өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне.
Форумда ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова мөрәжәғәт итте. Ул бындай дискуссион майҙансыҡтарҙың мәктәп белеме үҫеше һәм актуаль проблемаларҙы хәл иткәндә фекер алышыу өсөн мөһимлеген билдәләп үтте.
- Педагогтарҙың һорауҙары күп: эш хаҡынан алып уҡыу процесын цифрлаштырыуға бәйле һөнәри оҫталыҡты арттырыуға тиклем, - тип билдәләп үтте Лилиә Ғүмәрова. – Тағы бер мөһим мәсьәлә – балаларға өҫтәмә белем биреү. Беҙ мәктәп уҡыусыларына, яңы таланттарҙы асыу өсөн, түңәрәктәр һәм секциялар рәүешендә файҙалы альтернатива тәҡдим итергә тейешбеҙ.
- Һеҙ бик мөһим тема күтәрҙегеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Баланың нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, дәүләткә ресурстарҙы ҡайҙа ебәрергә кәрәклеген аңлау мөһим. Түңәрәктәр ата-әсәгә йөк булып ятырға тейеш түгел.
Республика етәксеһе Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығына өҫтәмә белем биреү системаһын анализларға һәм тәҡдимдәр бирергә ҡушты.
Читайте нас: