+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 12:25

"Аҡбуҙат" журналы Лянтор ҡалаһы балалары менән осрашты

Ханты-Манси автономиялы округы Лянтор ҡалаһының 3-сө мәктәбендә "Аҡбуҙат" журналы башҡорт балалары менән осрашты.

Был мәктәптә бөтәһе 987 бала уҡый, уларҙың 43-ө башҡорт милләтенән.
Осрашыу барышында баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларҙы журнал менән таныштырҙы, Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихы хаҡында һөйләне.
Иң әүҙем, викторина һорауҙарына яуап биргәндәргә бүләктәр тапшырылды. Һәр балаға "Аҡбуҙат" журналы бүләк ителде.
Балалар Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән "Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны.
Балалар үҙҙәре лә сараға буш килмәгән: шиғыр ятлағандар, йыр өйрәнгәндәр, һүрәттәр төшөргәндәр.
Малайҙар араһында викторина һорауҙарына иң әүҙем яуап биргән Айнур Ҡыямов, ҡыҙҙар араһынан Лиана Абдулхакимова махсус бүләккә лайыҡ булды.
Айнурға - домино, Лианаға Дәүләкән районынан ҡул оҫтаһы Роза Низаметдинова эшләгән түшелдерек бүләк ителде.
Киләсәктә лә Лянтор балалары менән бәйләнеш нығыр.
Читайте нас: