+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 11:37

Рима Баталова исемендәге “Милләт йәшлеге” премияһын тапшырылды

Конкурс мөмкинлетәре сикләнгән иң яҡшы йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, инвалид балалы йәш ғаиләләрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә.

Кисә, 7 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова исемендәге “Милләт йәшлеге” VII ижтимағи премияһын тапшырыу тантанаһы үтте.
Конкурс мөмкинлетәре сикләнгән иң яҡшы йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, инвалид балалы йәш ғаиләләрҙе, хәйриәселәрҙе, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларын асыҡларға мөмкинлек бирә. Быйыл ҡатнашырға йөҙҙән ашыу кеше ғариза ебәргән. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнде. Номинанттар танылған спортсылар, сәйәсәтселәр, шоу-бизнес йондоҙҙары ҡулынан ҡиммәтле бүәктәр һәм кубоктар алды.
“Уҙған йыл пандемия арҡаһында тантананы уҙғара алманыҡ. 2020 йылда еңгән номинанттарҙы беҙ бөгөн бүләкләнек. Был еңеүселәр үҙ пьедесталдарын түҙемһеҙләнеп көттө, шуға күрә улар үҙҙәрен икеләтә яҡшы яҡтан күрһәтте”, - тине сараны ойоштороусы Рима Баталова.
Үҙ сығыштары менән ҡунаҡтарҙы Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин, Айҙар Ғәлимов һәм Башҡортостан эстрадаһының башҡа артистары ҡыуандырҙы.
Читайте нас: