+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 16:05

МИЛЛИ КӨРӘШ БУЙЫНСА ЯРЫШ

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында уҙғарылған был ярышта 14 команда бил һынашты. Турнирға билдәле спортсы Денис Шафиҡовтың да саҡырылыуы мәртәбә өҫтәне. Турнир Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Жәлил Йосоповтың 70 йыллыҡ юбилейына арналды. Жәлил Йосопов ҡатмарлы 90-сы йылдарҙа үҙенең яҡын дуҫы Альберт Баһауетдинов менән милли көрәште тергеҙеүҙә күп көс һала. ...

Жәлил Динмөхәмәт улы дүрт тиҫтә йыл инде тренер булып намыҫлы хеҙмәт итә.

Учалыла тыуған белгес ваҡытында үҙ аллы милли көрәш менән шөғөлләнеп, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа юғары оҫталыҡ күрһәтә. Һуңынан да тренер сифатында бик күп көслө спортсылар тәрбиәләй. Шулай ҙа Жәлил Йосопов чемпион улдарын үҙенең төп ҡаҙанышы тип иҫәпләй.

Читайте нас: