+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 14:20

БАШ ҠАЛАЛА ЙӘШӘҮСЕ ТАҒЫ ЛА 10 ЕТЕМ БАЛА ФАТИРЛЫ БУЛДЫ

Затон биҫтәһендәге йорттарҙан фатир асҡыстарын уларға Өфө мэры Сергей Греков тапшырҙы. Социаль торлаҡтар бер бүлмәле һәм студия тибында, 33 квадрат метрлыҡ. Бөгөндән күсеп йәшәрлек.

Дәүләттән бушлай бирелә торған был фатирҙар федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә эшләнә. Социаль торлаҡҡа сират йылдан-йыл арта. Был программаға бүленгән аҡсаға ҡарағанда торлаҡҡа хаҡ артыуы менән дә аңлатыла. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә тағы 113 етем өй туйлар тип көтөлә.
Читайте нас: