+11 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
4 Апреля 2021, 04:10

БЕЛОРЕТ ҠАЛАҺЫНДА АТА-ӘСӘЛӘР МӘКТӘП ТАЛАП ИТӘ

Белоретта хәҙер өс йыл тирәһе ике мәктәптең уҡыусы балалары бер бинала уҡырға мәжбүр. Тәүге сменала 18-се мәктәп хужалары үҙҙәре уҡыһа, төштән һуң түбәһе емерелгән 8-се мәктәп балалары белем ала. Эшлектән сыҡҡан объектта төҙөкләндереү эштәре һуҙылғандан һуҙыла. Урындағы етәкселәр был проблемаларҙы тиҙ арала ғына хәл итеү мөмкин түгел, тип иҫбатлай.

Проблема Белореттың 8-се мәктәбендә түбәләр ишелеп төшкәс башлана. Етәкселек уҡыу йортонан мәхрүм ҡалған балаларҙы күрше 18-се мәктәпкә күсерергә ҡарар итә. Шулай ҙа барлыҡ уҡыусыларҙы ла һыйҙырып бөтә алмайҙар. Һөҙөмтәлә башланғыс кластар бөтөнләй икенсе бинала белем ала, ә сығарылыш синфтар 8-се мәктәп балалары менән бергә уҡый. ...
Читайте нас