+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 14:00

ЯҘҒЫ КАНИКУЛДА МӘКТӘПТӘРҘӘ ПРОФИЛЛЕ ЛАГЕРҘАР ЭШЛӘЙ

Өфөнөң 1-се лицейы башланғыс класс уҡыусыларының ижади һәләтен арттырыуға йүнәтелгән беренсе яҙғы лагерын ойошторҙо. Тиҙерәк, бейегерәк, етеҙерәк. Был һүҙҙәр спортта тиҫтәләрсә йыл инде девиз булып яңғырай. Ул әле лә көнүҙәклеген юғалтмай үҫеп килеүсе быуынды алға әйҙәй. Лагерҙа ла инглиз телен үҙләштереү буйынса махсус курстар ойошторолдо.

«Башҡортостан балалары каникулы» проекты сиктәрендә мәғариф учреждениелары экология-биология, художество-эстетика, техника, спорт кеүек тиҫтәләрсә төр йүнәлештә эшләй. Өфөнөң 1-се лицейы яҙғы лагерҙы беренсегә ойошторҙо. Педагогик коллектив уҡыусыларҙың аҙналыҡ каникулын «Оҫталар ҡаласығы» исеме аҫтында үткәрергә ҡарар иткән.
Читайте нас: