+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 17:05

ИШЕМБАЙҘА БИЛБАУ КӨРӘШЕ БУЙЫНСА БАШҠОРТОСТАН БЕРЕНСЕЛЕГЕ

13-17 йәшлек 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет үҙ көсөн һынаны. Быйыл Ишембайҙа бик күп спорт сараларын ойоштороу ҡаралған. Ярышҡа почетлы ҡунаҡ рәүешендә билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Әлфиә Әлимғужина ла саҡырылғайны. Уның профессиональ спортсы булып китеүендә Ишембай районының да өлөшө ҙур. Сөнки бала сағы әсәһенең тыуған ауылы Ишәйҙә үткән.

Турнир һөҙөмтәләренә килгәндә, һәр ауырлыҡ үлсәмендә еңеү яулаған көрәшселәрҙән Башҡортостан йыйылма командаһы төҙөлә. Улар республика данын май уртаһында Октябрьскиҙа уҙасаҡ Рәсәй беренселегендә яҡлаясаҡ.
Читайте нас: