+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 10:00

3 ЙӘШТӘН 7 ЙӘШКӘ ТИКЛЕМГЕ БАЛАЛАР ӨСӨН ТҮЛӘҮҘӘР

Башҡортостанда был льгота менән 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҡуллана ала. Мохтажлыҡ йән башына тура килгән, йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә. Башҡортостан өсөн 2020 йылда айлыҡ түләүҙәр күләме 4 894 һум булһа, 2021 йылдан 5 038 һум тәшкил итә.

2021 йылдан башлап түләүҙәр алыу өсөн балаға өс йәш тулған ата-әсәләр, ярты йылдан да ҡалмай күп функциялы үҙәккә йәки республика халыҡты социаль яҡлау бүлеге филиалдарына ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Социаль түләүҙәрҙе тәғәйенләгәндә мөлкәт булыуы ла иҫәпкә алына, икешәр фатир һәм автомобилдәре булған, ҡулланыштағы транспорт ҡеүәте 250 ат көсөнән артҡан ғаиләләрҙең түләү алыуға хоҡуғы булмаясаҡ.
Читайте нас: