"Дуҫлыҡ хороводы" республика фестивале Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йәш бейеүселәрҙе йыйҙы.
Ике көн дауамында 30 коллектив, йәмғеһе 700 кеше бейеү сәнғәте буйынса маһирлығын күрһәтте, еңеүсе исеме өсөн көрәште.
"Дуҫлыҡ хороводы" исеменән үк билгеле булыуынса, төрлө милләт вәкилдәрен һәм уларҙың сәнғәт өлгөләрен бер сәхнәгән тупланы: башҡорт, рус, татар, мари, украин, мордва, чечен, ҡалмыҡ, йәһүд, ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы балалар.
Ошо көндәрҙә Туймазы ҡала мәҙәниәт һарайында фестивалдең гала-концерты үтте, еңеүселәрҙе тәбрик иттеләр.
Гран-при эйәһе тип Стәрлетамаҡ ҡалаһынан "Ҡояшҡай" студияһы табылды.