-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2021, 12:58

БАЛАЛАРҒА ЗАЖИГАЛКА ҺАТҠАН ӨСӨН ҘУР КҮЛӘМДӘ ШТРАФ ТҮЛӘЙӘСӘКТӘР

Башҡортостан Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары бәлиғ булмағандарға газ зажигалкаларын һатҡан өсөн штраф билдәләргә тәҡдим иткән закон проекты ҡабул итте.

Закон проектына ярашлы, ғәмәлдәге тәртипте боҙған өсөн штраф күләме граждандарға – өс меңдән дүрт меңгә, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 25 меңгә, юридик берәмектәргә – 30 меңдән 40 меңгә тиклем. Ҡабаттан боҙған өсөн штраф күберәк: граждандарға – дүрт меңдән биш меңгәсә, вазифалы кешеләргә – 30 меңдән 40 меңгәсә, юридик берәмектәргә – 50 меңдән 70 меңгәсә.

Документ үҫмерҙәр мөхитендә токсикомания менән көрәшеүгә йүнәлтелгән.

Үҫмерҙәр араһында сниффингтың арта барыуы сикләүҙәр кертергә нигеҙ булды, - тине Константин Токачев. – Был – токсикоманияның углеводород газын һулап, ҡыҫҡа ваҡытлы эйфорияға бирелеү формаһы. Ҡурҡыныс экперименттар баш мейеһендә төҙәтеп булмаҫлыҡ үғгәрештәр килтереп сығарырға мөмкин. Үлем менән тамамланыуы ла ихтимал. Беҙҙең Республикала ундай осраҡтар булды...”

Читайте нас: