+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2021, 09:05

БАЛТАСТА СӘЛӘМӘТ ТОРМОШҠА АРНАЛҒАН ФЛЕШМОБ

Спорт һәм әүҙем тормошҡа арналған сарала Балтас районы егеттәре менән Саҡмағош районы хоккей командаһы осрашты.

Спорт уйындары, күңел асыу программаһынан тыш, Балтас һәм Саҡмағош районы хакимиәте вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Балаларҙы спортҡа йәлеп итеү өсөн спорт уйындарын даими үткәреү маҡсаты ҡуйылды. Күрше райондан килгән делегация өсөн Балтас районы тарихы һәм мәҙәниәтенә бағышланған экскурсия ойошторолдо.
Читайте нас: