+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 09:10

ЮЛ-ТРАНСПОРТ ФАЖИҒӘҺЕНДӘ БАЛАЛАР ЗЫЯН КҮРГӘН

Йылайыр районында авария иртәнге сәғәттәрҙә Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлының 18-се километрында теркәлә. Балалар ашығыс ярҙам менән Сибай ҡала дауаханаһына килтерелә. Табиптар әйтеүенсә, әлеге ваҡытта өс бала ауыр хәлдә реанимацияла. Улар 11 йәштән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар, икеһе уртаса хәлдә тип баһалана. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәлә «Лада»ның 46 йәшлек водителе ғәйепле. Балаларҙы ҡыйралған транспорт сараһы эсенән ҡотҡарыусылар сығарған. ...

Япарһаҙ ауылы балалары фажиғә мәлендә Матрайға мәктәпкә китеп барған булған.
Читайте нас: