-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 18:10

«Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығын билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйылды

1837-1846 йылдарҙа Ырымбурға «үҙ йомошо һәм эш буйынса» килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡхана, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп өсөн төҙөлгән...

2021 йылда Ырымбурҙағы «Каруанһарай» тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арналған саралар ойошторола. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡул ҡуйған указ 2021 йылдың 26 мартында республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендә сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты раҫланған.
Ырымбурҙа тарихи-архитектура комплексы 1837-1846 йылдарҙа ирекле иғәнәгә Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһы, Ырымбурға «үҙ йомошо һәм эш буйынса» килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡхана, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп өсөн төҙөлгән. Тарихи-архитектура комплексы Башҡорт халыҡ йортонан һәм мәсеттән тора.1917-1918 йылдарҙа Каруанһарайҙа республика хөкүмәте резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәре урынлашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: