+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 15:41

Данлыҡлы дивизия тураһында

Китаптың исем туйында шайморатовсылар нәҫелдәре – был яугирҙарҙың балалары, ейәндәре, бүләләре һәм “Шайморатовсылар” проектының әүҙем вәкилдәре лә ҡатнашты.

Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге данлыҡлы 112-се Башҡорт атлылары дивизияһы тураһында биографик белешмә сыҡты.
Хәрби тарихсы Михаил Бикмеев был китапты шайморатовсылар иҫтәлегенә һәйкәл тип атаны.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары” биографик белешмәһендә 2700 кеше тураһында мәғлүмәт тупланған.
Китаптың исем туйында шайморатовсылар нәҫелдәре – был яугирҙарҙың балалары, ейәндәре, бүлә-бүләсәләре һәм “Шайморатовсылар” проектының әүҙем вәкилдәре лә ҡатнашты.
  • Был – оло юл башы. Легендар дивизияны лайыҡлы хәтергә алыу уңайынан быға тиклем аныҡ эштәр башҡарылғаны юҡ ине. бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың 27 августында, Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулған көндө “Шайморатовсылар” исемле ҙур проектты бойомға ашыра башланы. Был проект Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә аңлау тапты. Беҙ фотоһүрәттәр, документтар, хәтирәләр менән өс йөҙҙән ашыу хат алдыҡ. Башҡортостандың музейҙары ла, Башҡорт хәрби комитеты ла, Архив эштәре идараһы ла, Милли архив та, һәм башҡа ойошмалар ҙа ярҙам ҡулын һуҙҙы. Был ҙур эш һөҙөмтәһендә 3800 эш йыйылды, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
  • Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
    Читайте нас: