+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 11:15

"ҺАНЛЫ ДӘРЕС"

Башҡортостан уҡыусылары пилотһыҙ автомобилдәргә арналған «һанлы дәрес»тә ҡатнаша ала. Тәүгеләрҙән булып был мөмкинлек менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алыусылар ҡулланды.Милли проект сиктәрендә 2024 йылға тиклем 1109 мәктәп һанлы мәғариф комплекстар менән тәьмин ителәсәк.

«Һанлы дәрес» Рәсәйҙә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Мәғариф проекты сиктәрендә алдынғы it-компаниялар мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө күнекмәләр әҙерләй. Һәр кем «һанлы дәрес» сайтына инеп, үҙаллы белемен камиллаштыра ала.
Гимназияла айти-технологиялар менән ҡыҙыҡһыныусылар, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә белгестәр әҙерләнә. Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Быйыл көҙ белем усағында уҡыу симуляция үҙәге асыу планлаштырылған
Читайте нас: