+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 10:10

КОРОНОВИРУСҠА ҠАРШЫ

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда тағы ла 231 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған. Беҙ иртәрәк тынысландыҡ.Радий Хәбиров коронавирусҡа иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, медицина учреждениеларында сиргә ҡарата мөнәсәбәт һүлпәнәйҙе. Ә ковид йоҡтороусылар һаны һаман да кәмемәй. Халыҡ араһында ла коронавирусҡа ҡаршы көрәште йәнләндерергә. Дауаханаларҙа ауырыусылар ҡапыл артыуына юл ҡуйырға ярамай, тине Радий Хәбиров. ...

Әле Башҡортостанда дөйөм алғанда, коронавирус йоҡтороусылар кәмей төшкән. Әммә сит илдәрә күҙәтелгән ваҡаиғалар борсоуға һала, тине Радий Хәбиров. Ҡайһы бер илдәрҙә пандемияның өсөнсө тулҡыны башланып тора һәм улар тулыһынса ябыла. Беҙгә лә был хәлдәрҙе сикләү өсөн барлыҡ саралар күрелергә тейеш, тине республика етәксеһе.
Читайте нас: