Кисә Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурсына йомғаҡ яһалды.
“Торатау” конгресс-холына иң-иңдәр тип табылған уҡытыусылар йыйылып бәйге тотто.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы”ның абсолют еңеүсеһе итеп Өфө районы Дорогино ауылындағы Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы Таңсулпа Сәйфетдинова танылды.
Йәмғеһе был көсөргәнешле ярышта 190 уҡытыусы ҡатнашты, уларҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫталары.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан тыш, “Йыл уҡытыусыһы”нда рус теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусылары ла ҡатнашты, һәр предметтың үҙ абсолют еңеүсеһе билдәләне.
Баһалама ағзалары араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрынан да вәкилдәр бар ине.