+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 11:10

БҮЛӘККӘ ХОККЕЙ КОСТЮМДАРЫ

Борай районы Шабай ауылы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә хоккей костюмдары бүләк ителде. «Балалар һәм донъя» фонды балалар йортондағы хоккей уйнаусыларға спорт формаһы бүләк итеү теләге менән пилот проект ойошторған. Йәш сәкән һуғыусылар өсөн хоккей - ял сәғәте генә. Профессиональ хоккейсы кейеме иһә хәүефһеҙ ҙә, шул уҡ ваҡытта спортсы иркен хәрәкәт итә ала. Яңы формала улар Өфө командаһы менән көс һынашты.

Бағыусылар ярҙамы менән генә бөтә балаларға ла хоккей формаһын бүләк итеү мөмкин түгел, шуға ла фонд ағзалары грантҡа лайыҡ булыуға өмөтләнә. Был осраҡта республикала хоккей командаһы ойошторолған 28 балалар йорто командалары кастюмлы буласаҡ.
Читайте нас: