Был тарихи ғәҙеллек яғынан ҡарағанда, бик мөһим аҙым, - тип фекере менән уртаҡлашты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, - Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға ҙур иғтибар бүленә. Һуғыш ваҡытында, һуғыштан һуң да бар тормош ауырлығын балалар ҙа ололар менән бер рәттә үҙ иңдәрендә күтәргән. Уларға ваҡытынан алда ҙурайырға тура килгән, күптәре етем ҡалған. Ололар кеүек үк балалар баҫыуҙарҙа, заводтарҙа тир түккән, госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡараған. Һуғыш тамамланғас, илде харабаларҙан тергеҙгән. Шуға күрә был категорияға ҡараған граждандарға айырым статус биреү, уларҙы ярҙам менән тәҡдим итеү – бөтә ил менән рәхмәт әйтеү ул.