Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәләрҙә белем усаҡтарында балаларҙы ашатыу мәсъәләһе ҡаралыуын дауам итә.
Башҡортостан Башлығы, уның хакимиәте тарафынан мәктәптәрҙә туҡланыу даими күҙәтеүгә алынған, аҙыҡтарҙы лаборатория шарттарында ентекле тикшерәләр. Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә табылып тора.
Мәктәптәрҙә экобуфеттар булдырырға ҡарар иттеләр. Был туҡланыуҙың сифатын арттырасаҡ, балаларҙың һаулығына ыңғай йоғонт яһаясаҡ. Махсус индикация аҙыҡ-түлек составындағы шәкәр, тоҙ кеүек ҡушылмаларҙы тикшерәсәк.