+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 21:20

"БИРЕШМӘ" БЕРЕНСЕ ҮҪМЕРҘӘР ПРЕМИЯҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Сираттағы сарала ете төр номинацияға барлығы 400-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Баймаҡ районынан Юлдаш Мусин «Бирешмә. Ижад ит» номинацияһына лайыҡ булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 7-се класс уҡыусыһы Карина Сәғитова каратэ буйынса уңыш ҡаҙанған. Ул «Бирешмә. Көслө бул» номинацияһында өлгәште. Үҙ эшен булдырыусылар араһында Бөрйән районынан Ирхан Үтәбаев картуф йыйыу машинаһын уйлап тапҡан. Ғөмүмән, проект ҡатнашыусыларының һәммәһе лә төрлө өлкәлә уңышҡа ирешкән.

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы тарафынан тормошҡа ашырылған проектҡа барлығы 405 ғариза ҡабул ителгән. Ә номинация етәү генә. Шуға ла баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе һайлау еңелдән бирелмәне. Төрлө конкурс-сараларҙа ҡатнашыусыларҙан бигерәк, үҙ мөмкинлектәрен һынаусыларға иғтибар бүленде.
Читайте нас: