+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 15:30

Беренселәрҙән булып

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы Туймазы нефть үткәргестәре идаралығы ҡорамалдарын модернизациялау дауам итә: “Языково” һыҙыҡлы етештереү-диспетчеры эштәрендә, ағымдағы йылда алыштырыу планлаштырылған ҡорамалдар араһынан ,беренселәрҙән булып - яңы магистраль насос урынлаштырылған һәм әлеге ваҡытта һыналып килә.
Насостар- ысын мәғәнәһендә,станция ҡорамалдарының иң мөһиме булып тора, сөнки улар ғына нефть сығарыу, эшкәртеү, шулай уҡ нефть продукттарын ташыуҙы үҙ эсенә ала.
Яңы насос сәғәтенә ун кубометр нефтте сығарырға һәләтле. Был күләмле нефтте тимер юлдан ташыу өсөн, йөҙҙән ашыу цистерналар кәрәк тигәнде аңлата. Ул үҙенең өс “күршеһе” менән магистраль торба үткәргестәре аша нефть ҡыуыуҙы Рәсәй нефтенең иң ҙур артерияһы- Нижневартовск-Ҡурған- Куйбышев өлкәләре аша тәьмин итә. Шулай итеп, Көнбайыш Себерҙән нефть илдең Европа өлөшөнә килеп инә.
Насос алыштырыу – тағы ла ватан етештереүселәренә лә ярҙам булып та тора,сөнки тап ошо насостар - Рәсәйҙә – “Транснефть Нефть насостары “ Силәбе заводында сығарылған. Был заманса ,юғары технологиялар ярҙамында эшләнгән ҡорамалдар, баһаламаһы буйынса иң яҡшы донъя аналогтарынан бер нимәһе менән дә айырылмай.
Туймазы нефть үткәргестәр идаралығының баш механигы Александр Никитин әйтеүенсә, был насостың хеҙмәт итеү срогы илле йылдан ашыу. Был насостың ныҡлыҡ запасы ла күп, шуға күрә, уны юғары баһаларлыҡтыр тип уйлайым,-тине А. Никитин.
Әлбиттә, насос алыштырыу ҙа башҡа күп төрлө эштәрҙе күҙ уңына ала. Мәҫәлән, илдең ҡан тамыры булып торған - торба үткәргестәрен монтажлау, газ утечкаһы системаһын ипкә килтереү һәм газ-һауа ҡатышмаһын ҡарау ҙа инә. Шулай уҡ бында ярҙамсы торба үткәргестәре лә алыштырылды. Улары инде, электр двигателен май менән тәьмин итеүсе, улар ярҙамында насос эшләп китә.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең филиалы Туймазы нефть үткәреүселәре барлыҡ яңы ҡорамалдарҙы ла һынап ҡаранылар. Уларҙың эшкә тулыһынса әҙер икәнлеге раҫланды. Быйылғы йылда тағы ла өс насос һәм бер электр двигателен алыштырыу планлаштырылған. Әйткәндәй, ошондай уҡ насосты Туймазы нефть үткәргестәр идаралығының икенсе объекты- “Собханғол” станцияһына ла ҡуйыу ҡаралған.
Читайте нас: