+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2021, 12:25

БАШҠОРТОСТАНДА 3 ЙӘШТӘН 7 ЙӘШКӘ ТИКЛЕМГЕ БАЛАЛАРҒА ҘУРЫРАҠ ПОСОБИЕ ТҮЛӘНӘСӘК

Аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға пособиелар түләү тәртибе ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үҙгәрә. Ғаризалар 1 апрелдән ....

Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, нигеҙ итеп балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһы кимәлендәге сумма билдәләнгән, был 5 мең һумдан күберәк. Әгәр ошо пособиены түләгәндән һуң ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, бала өсөн түләү 75 процентҡа, йәғни, 7 мең ярым һумға еткерелә. Ошонан һуң да килем түбән ҡалһа, пособие йәшәү минимумының 100 проценты, йәғни 10 мең һум була. Ғаризалар 1 апрелдән ҡабул ителә башлай, 8-347-200-80-80 һандарына шылтыратып белешмә алырға мөмкин. 8-347-200-80-80.
Читайте нас: