Әле бындай оҫтаханалар Мәскәү, Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгород һәм Владимир өлкәләрендә генә бар.
... Ҡыҙҙар сигеү сикһә, малайҙар көршәк әүәләй. Һәр кем үҙенә оҡшаған һөнәр тапҡан. Әле был шөғөлдәр ваҡыт уҙғарыу өсөн генә тойолһа, киләсәктә уларҙың йәшәү рәүешенә әйләнеп китеүҙәре ихтимал. Һөнәрҙе лә балалар уйын формаһында ғына таба. ПрофКарта тип аталған өҫтәл уйыны кешенең кәсебен, яратҡан шөғөлөн табырға ярҙам итә.