+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2021, 11:05

МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН БАЛАЛАР

Ҡышты оҙатыу байрамын реабилитация үтеүсе балалар түҙемһеҙләнеп көткән. Физик мөмкинлектәре сикләнһә лә, аш-һыу әҙерләүҙә һынатмайҙар. Улар бөгөн ҡоәмаҡ ҡойоу серҙәрен өйрәнгән. Ҡоймаҡ байрамы үтәсәк залды биҙәүҙә лә балалар ихлас ҡатнашҡан. Әйлән-бәйлән уйындары, йыр-бейеү менән үрелеп барған байрамда һәр балаға айырым роль бүленгән.

Йомартлыҡ, ихласлыҡ байрамында ҡатнашыусылар туйғансы майлы ҡоймаҡ менән һыйланды, әкиәт геройҙары менән ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Бындай күңелле саралар ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла балаларға ауырыу-сырхауҙарҙы онотолоп торорға ла булышлыҡ итә, ти белгестәр.
Читайте нас: