+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2021, 13:20

МӘКТӘПТӘРҘӘ ТУҠЛАНЫУ СИФАТЫН ЯҠШЫРТЫУ КӨНҮҘӘК МӘСЬӘЛӘ БУЛЫП ҠАЛА

Яңауыл районы Ямаҙы ауылында ла мәктәп ашханаһында продукция аҙна һайын килтерелә һәм ентекле тикшерелә. Балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы файҙалы, тәмле итеп әҙерләргә тырышалар. Көндәлек менюла йылы аш, ит, бутҡа, салаттар урын ала.

Уҡыусыларға тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы тикшереү аҫтында тотоу урындағы етәксәләргә йөкмәтелгән. Яңауыл районы Ямаҙы ауылында ла мәктәп ашханаһында әҙерләнгән аҙыҡтың сифаты даими иғтибар үҙәгендә.
Ашнаҡсылар меню буйынса ризыҡтарҙы кистән түгел, таң менән әҙерләп санитар талаптарҙы теүәл үтәй. Менюла тәҡдим ителгән исемлекте ата-әсәләр ҙә тикшереп бара. Аш сифатын комиссия ағзалары ҡарап сыға.
Читайте нас: