-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2021, 10:10

ПЕРИНАТАЛЬ ҮҘӘКТӘ ӨС ИГЕҘӘК ДОНЪЯҒА АУАЗ ҺАЛДЫ

Донъяға бер юлы өс бала килгән осраҡтар - перинаталь үҙәктә йылына бер генә тапҡыр була торған хәл. Әмир, Сәит һәм Йәсминә...Кескәйҙәрҙең йәш айырмаһы - ни бары бер минут. Ситтән ҡарағанда сабыйҙар бер төрлө булып күренһәләр ҙә, әсәләре уларҙы тәүге күреүҙән үк айыра, өсөһө өс төрлө, тип билдәләй.

Өфөлә йәшәүсе Нуретдиновтар ике малай һәм бер ҡыҙ менән бала табыу йортонан өйҙәренә оҙатылды.
Перинаталь үҙәктә заманса ҡоролмалар һәм көслө табиптар бригадаһы ваҡытынан алда тыуған күп бәпестәрҙең ғүмерен ҡотҡара. Үҙәктә 500 грамм булып тыуған сабыйҙарҙы үҫтереп ебәреү осраҡтары ла йыш күренеш. Сәләмәтлек һағында торған табиптар көн һайын яҡты донъяға уртаса 50 бала ҡабул итә.
Читайте нас: