+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 09:10

"ҺУҒЫШ ТУРАҺЫНДА ИҪЛӘЙБЕҘ" ПРОЕКТЫ

Башҡортостандан финалға өс тиҫтәнән ашыу проект сыҡты. Проект авторҙары бөгөн Өфөнөң «Бергә» ғаилә үҙәге тәрбиәләнеүселәре өсөн «Батырлыҡ дәресе» үткәрҙе. Электрон форматтағы хәрби-тарихи уйын да фәһемле булды. Йәш быуын экран аша һалдаттарҙың һуғыш йылдарандағы шәхси әйберҙәре менән танышып, үҙ ҡулдары менән өсмөйөшлө хаттар эшләргә өйрәнде. ...

Балалар шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышына арналған һүрәттәргә «йән» биреүҙә лә ҡатнашты. Был юлы проект авторҙары Вәғиз Шәйхетдиновтың «Еңеүгә 65» картинаһын һайлаған. Рәссам үҙ эшендә Берлиндағы Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаусы совет һалдатын һәм аяҙ күк йөҙөндәге күгәрсендәрҙе төшөргән. Был проект уҡыусыларға үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә ил һаҡсыһы итеп тойорға мөмкинлек бирҙе.
Читайте нас: