+2 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 14:00
"ҺӨТ КУХНЯҺЫ"НДА АСЫҠ ИШЕКТӘР КӨНӨ ҮТТЕ
Әсәйҙәр балаларын тәмле һәм сифатлы һөт ризыҡтары менән туҡландырыу мәсьәләһенә етди ҡарашта. Айырыуса ҡала шарттарында йәшәүселәрҙе улар ҡулланған һөт аҙыҡтарының сифаты борсой. Шуны иҫәпкә алып « Һөт кухняһы» әсәләргә асыҡ ишектәр көнө ойошторҙо. Күп балалы әсәләр етештереү цехтарында эш барышын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, конвейернҙан сыҡҡан продукцияны тәмләп тә ҡараны.
«Һөт кухняһы» Өфөлә, Өфө, Иглин, Благовещен райондарында йәшәгән ярты йәшлектән алып өс йәшкә тиклем балаларға бушлай таратыла. Бында етештерелгән продукцияны ҡала халҡы ҡуллана алһын өсөн баш ҡала магазиндарына ла оҙатыла.
2019 йылда Республика Башлығы ярҙамында Стәрлетамаҡтан башланған проекттың бөгөн республикала 7 етештереү пункты бар. 100 таратыу урыны 26 меңдән ашыу баланы бушлай һөт продукцияһы менән тәьмин итә.
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан