-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2021, 11:10

ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫНДА САМБО БУЙЫНСА ТУРНИР

Икенсе йыл рәттән ойошторолған ярыш хәрби бурысын Чечен Республикаһында үтәгәндә һәләк булған Ринат Зәйнуллиндың иҫтәлегенә арналды. Көсөргәнешле ярыш яңыраҡ төҙөлгән Тупаҡ мәктәбенең спорт залында үтте. Әле бында самбо менән ете тиҫтәләп бала шөғөлләнә. Ринат Зәйнуллин иҫтәлегенә арнап ойошторолған турнирҙа келәм хужаларынан тыш, Белорет, Баймаҡ райондарынан, Силәбе өлкәһенән 100-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. ...

Бәйгене асыу тантанаһында район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин Ринаттың ата-әсәһенә батыр ул үҫтереүҙәре өсөн ихтирам белдереп, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Яҡындары билдәләүенсә, мәктәптә уҡығанда Ринат шиғырҙар яҙһа ла, юрист булыу хыялы менән йәшәй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 йәшлек егеткә был маҡсатын тормошҡа ашырырға яҙмай. Ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән яҡташыбыҙҙың ғүмере 2000 йылдың ғинуарында өҙөлә. Ғүмеренең аҙағына тиклем боевиктарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән Ринат Зәйнуллин вафатынан һуң Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры исеменә лайыҡ була.

Читайте нас: