+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2021, 17:10

Баҡалылар өсөн бассейн

"Дельфин" олоһон да кесеһен дә көтә.

Баҡалы районының Баҡалы ауылында “Дельфин” йөҙөү бассейнын асыу тантанаһы үтте.
Был ваҡиғаны урындағы халыҡ 1987 йылдан алып көткән. Ошо ваҡыт арауығында бассейн бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған булған.
Дүрт йыл элек “Ысын эштәр” проекты сиктәрендә ремонтҡа аҡса бүленеп тә, был мәсьәлә хәл ителмәгән.
Бөгөн килеп бассейндың тулыһынса яңырыуы өсөн Баҡалы халҡы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтә.
Бассейн бинаһы эстән тулыһынса яңыртылған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Икенсе ҡатта ике уңайлы зал урынлашҡан: беренсеһе йөҙөргә өйрәтеү өсөн, икенсеһе гимнастика һәм спорт-һауыҡтырыу аэробикаһы өсөн тәғәйенләнгән.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: