+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2021, 14:08

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иғтибарына

Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсы үтә. Шарттары бында:

Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыл уҡытыусыһы – 2021” конкурсы үтә.
Сараның маҡсаты – Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә һәләтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыларын билдәләү, был һөнәрҙең баһаһын арттырыу.
24 февралдән алып 23 мартҡа тиклем ойошторолған конкурста башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан педагогтар ҡатнаша ала, уларҙың йәше мөһим түгел. Ҡатнашыу хоҡуғы шулай уҡ үткән йылдарҙағы конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡараған уҡытыусыларға ла ҡағыла, тик араларында лауреаттар һәм еңеүселәр булмаҫҡа тейеш.
Конкурс онлайн һәм оффлайн тәртиптә үтә: ике этаптан торған беренсе тур онлайн уҙғарыла, икенсе тур офллайн буласаҡ. Унда уҡытыусылар “Милли кейем презентацияһы”, “Оҫталыҡ дәресе”, “Ата-әсәләр менән һөйләшеү” йүнәлештәрендә үҙҙәрен күрһәтәсәк.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Тулы мәғлүмәт: https://irorb.ru/ug2021/ug-bash-2021/
Читайте нас: