+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 18:21

Ҙур яу геройҙары бәләкәстәр ижадында

Ғаилә йәки тыуған яҡ тарихы, һуғышта ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәрҙең, башҡа туғандарҙың батырлыҡтары хаҡында бәйән иткән яҙмалар – быларҙың барыһын да 31 мартҡа тиклем www.detigeroi.ru сайтына ебәрергә кәрәк.

Рәсәй почтаһы “Спешите делать добро!” фонды менән берлектә “Минең ҙур яу геройҙарым” Бөтә Рәсәй ижади конкурсы иғлан итә.
Бәйгелә “Һүрәт”, “Шиғриәт” номинацияларында 6-10, 11-13, 14-17 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Шулай уҡ “Видеорепортаж”, “Вокал”, “Бейеү”, “Үҙенсәлекле жанр” номинациялары ла ҡаралған.
“Һүрәт” номинацияһында еңгәндәрҙең эштәре Рәсәй почтаһының открыткаларын биҙәйәсәк.
Ғаилә йәки тыуған яҡ тарихы, һуғышта ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәрҙең, башҡа туғандарҙың батырлыҡтары хаҡында бәйән иткән яҙмалар – быларҙың барыһын да www.detigeroi.ru сайтына 31 мартҡа тиклем ебәрергә кәрәк.
Еңеүселәр исемлеге 15 апрель билдәле була.
Читайте нас: