+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2021, 14:04

Иң бәләкәсенә әле бер йәш тә тулмаған

Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Ул өс йәшкә тиклемге кескәйҙәргә тәғәйенләнгән.

Салауат ҡалаһында “Демография” милли проекты сиктәрендә иң кескәйҙәргә – ясле төркөмдәренә тәғәйенләнгән балалар баҡсаһы ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты.
Бында өс йәшкә тиклем балалар йөрөйәсәк.
Оҙаҡ ваҡыт хәҙерге балалар баҡсаһы урынлашҡан бина ашхана булып тора, аҙаҡ бөтөнләй бушап ҡала. Йортта тулыһынса ремонт үткәрелә.
Ҡыйыҡ, эстән бинаны бүлмәләргә бүлеү, коммуникацияларҙы алмаштырыу, йылы иҙән түшәлеүе – быларҙан тыш балалар баҡсаһы хәҙер һаҡ системаһы менән тәьмин ителгән. Был кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.
Баҡсаға балалар йөрөй ҙә башлаған. Араларындағы иң бәләкәйенә әле бер йәш тә тулмаған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: