+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 20:30

Буласаҡ хоккей йондоҙҙары

Өфөлә "Ихата лигаһы" балалар хоккейы турниры тамамланды.

Бөгөн Өфөлә "Ихата лигаһы" балалар хоккей турниры тамамланды. Ярыш Өфө ҡала советы депутаты Павел Васильев башланғысы менән ойошторолдо һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды.

Белгестәр билдәләүенсә, башҡорт хоккейында Овечкин, Малкин кеүек йондоҙҙарҙы тәрбиәләү өсөн был спорт төрөн халыҡ араһында киң таратыу мөһим, ә хоккей уйнау мөмкинселеге һәр ихатала булырға тейеш.

Сараны күренекле комментатор Азамат Моратов алып барҙы. Йәш хоккейсыларҙы билдәле спортсы, Рәсәй хоккейы легендаһы Александр Семак сәләмләне.

Быйыл туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған турҙа 300 уйынсы ҡатнашҡан. Баш ҡаланан тыш, ярышҡа Башҡортостандың райондарынан да командалар ҡушылған. Кесе төркөмдә уңыш Киров районының "Лидер" йыйылма командаһына йылмайҙы - улар турнирҙа еңеү яуланы.

Өлкән төркөмдә еңеүсе кубогын Шишмә районынан "Родник" командаһы алды.

"Йылдан-йыл турнирҙа ҡатнашыусылар һаны арта. Бөгөн "Ихата лигаһы" кубогы өсөн 40 команда көрәште, киләһе йылға яңы бурыс ҡуябыҙ - ярышҡа Башҡортостандың бар район-ҡалаларынан да йәш хоккейсыларҙы ылыҡтырасаҡбыҙ", - тине "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең Башҡортостандағы бүлек етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Фото: "Берҙәм Рәсәй"

Читайте нас: