+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 18:26

Шайморатовсылар һәр саҡ алдынғы

Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка уҙғарылған “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”ның һөҙөмтәләре билдәле булды.

Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка уҙғарылған “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”ның һөҙөмтәләре билдәле булды.
Өс көн дауамында Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында һәм полилингваль профилле мәктәптәрҙә “Ҡышҡы Шайморатов уйындары” уҙҙы. Сара шулай уҡ яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә лә арналғайны.
Беренсе көндә уйынсылар сафтағы йыр, сафҡа әҙерләнеү, командирҙар конкурсы кеүек бәйгеләрҙә үҙҙәрен һынап ҡараһа, икенсе көнөнә 44-се һанлы полилингваль мәктәптә шайморатовсылар зирәклеккә һынау тотто. Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы тарихы буйынса белемдәрен тикшерҙеләр, бөйөк полководецтарҙың һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөләр, беренсе ярҙам күрһәтеү, ҡорал менән ҡулланыу өлкәһендә таһыллыҡтарын һынанылар.
Һуңғы көндә Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында шайморатовсылар “Шоңҡар” спорт үҙәгендә спорт уйындары ярҙамында мәргәнлеккә, йылдамлыҡҡа ярышты.
Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була. Уңыш 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбенә йылмайҙы. Еңеүсе командаға тантаналы рәүештә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубок тапшырылды. Ярыштар барышында яҡшы һөҙөмтә күрһәткән уҡыусылар Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығынан грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: