+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 20:15

2021 ЙЫЛДА, БАШҠОРТОСТАНДА, МИФТАХЕТДИН АҠМУЛЛАНЫҢ ТЫУЫУЫНА 190 ЙЫЛ АЙҠАНЛЫ БАЙРАМ САРАЛАРЫ УҘАСАҠ

Башҡортостан башлығы Радий Хабиров, күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнән - 190 йыллығын иҫкә алып, 2021 йылда бөйөк шәхескә бәйле, байрам саралары уҙғарыу буйынса указға ҡул ҡуйҙы.

Ойоштороу комитеты ағзаларына, сараларҙы уҙғарыу буйынса ҡуйылған маҡсаттар теҙмәһен әҙерләргә һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Мифтахетдин Аҡмулла - Башҡорт шиғриәтенә, шулай уҡ татар, ҡазах әҙәбиәтенә тос өлөш индергән уҡыу, аңғартыу эштәрен алып барған шәхес.
Читайте нас: