+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 23:06

Уларға бәхет йылмайҙы

Яңауыл коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыларының хыялдары тормошҡа ашты - улар әле "Салауат Юлаев" менән "Аҡ барс"тың уйынын Өфө-аренанан күҙәтә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хоккей менән шөғөлләнеп тә бер ҡасан да ысын матчты ҡарамаған мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырҙы.
Бөгөн Яңауыл коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары Өфө-аренала "Салауат Юлаев"тың "Аҡ барс" менән алышыуын ҡарай.
Балалар уйын башланыр алдынан аренаға килеп, спорт һарайы менән танышты, "Салауат Юлаев" хоккей клубының тарихы буйынса белемдәрен тупланы.
Йәш хоккейсылар матчты президент ложаһында ҡарай, юлаевсыларҙың еңеренә өмөтләнә.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: