-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 13:25

ЕЛМЕРҘӘК БӨГӨЛӨ

БАШҠОРТОСТАН - МӨҒЖИЗӘ ИЛЕ!Елмерҙәк атамаһын - шул төбәктә йәшәгән халыҡ уны елберҙәк тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип тә аңлата. Белорет-Инйәр-Өфө автомобиль юлы һалынған саҡта һырттан битләүгә ҡырҡа боролош яһап, юл һалырға тура килә. Шул урынды серпантин, йәғни, башҡортса "бөгөл" тип атайҙар. Ә уның тағы ла икенсе бер атамаһын белеүселәр бармы икән? ...

Елмерҙәк бөгөлөндәге серпантин Белорет районының Ҡолмас һәм Уҫманғәле ауылдары араһындағы киҫемдә урынлашҡан.
Елмерҙәк бөгөлөнөң икенсе бер атамаһы, шоферҙар телендә - “Ҡәйнә теле” тигән исем алған серпантин, ул бигерәк тә ҡыш көндәре, барлыҡ юлсыларҙың бәләһенә әйләнә. Елмерҙәктең көньяҡ үренән армыт-армыт Урал тауҙарына хозур күренештәр асыла.
Читайте нас: