Баймаҡтағы 2-се һанлы мәктәптә стоматология кабинеты асылған. Ул замана талаптарына ярашлы йыһазландырылған.
Кабинетта кәрәкле диагностика һәм дауалау ҡорамалдары бар.
Был ваҡиға өсөн урындағы халыҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтле – тап республика етәксеһе үткән йылдың көҙөндә был яҡтарҙа эш сәфәре менән булғанда яңы стоматология кабинетын асыуға күрһәтмә биргәйне.
Ошондай уҡ кабинет тиҙҙән Темәс ауылында ла асыласаҡ.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан бойомға ашырылған “Взлетай!” проекты 61 мәктәптә стоматология кабинетын булдырыуға булышлыҡ иткән.