+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 20:00

Кескәйҙәргә “Йылмайыу” бүләк итеп...

Иглин ауылындағы Йондоҙло микрорайонында ошо исем аҫтында балалар баҡсаһы асылды.

Иглин ауылындағы Йондоҙло микрорайонында ошо исем аҫтында балалар баҡсаһы асылды.
Майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашҡан баҡсала урындар 260 балаға ҡаралған. Объект “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Балалр баҡсаһында психолог, логопед кабинеттары, изостудия, медпункт, заманса уйын майҙансыҡтары бар.
Мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн айырым төркөм эшләйәсәк.
“Йылмайыу” – Иглин районындағы иң ҙур балалар баҡсаһы. Ул асылыу менән баҡсаға оҙон сират кәмейәсәк.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: