Ишембай районының Иҫке Ишембай ҡасабаһындағы 4-се һанлы белем усағына уҙған быуаттың етмешенсе йылдарынан алып ремонт эшләнмәгән. Был мәсьәлә 2020 йылдың йәйендә хәл ителә – бинала тулыһынса яңыртыу эштәре үтә.
Ремонт Ишембай халҡының Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәненән һуң, Башлыҡтың биргән күрһәтмәһе буйынса башҡарыла.
Ҡыйыҡ, тәҙрәләр, иҙәндәр, ишектәр, йылытыу системалһы, электр проводтары, канализация – бинала бөгөнгө көндә быларҙың барыһы ла яңыртылған.
4-се мәктәп янындағы балалар баҡсаһына ике йәштән алып ете йәшкә тиклем 18 бала йөрөй. Улар хәҙер өр-яңы баҡсала көн үткәреп кинәнәсәк.