+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 15:15

Шайморатовсылар көс һынаша

Бөгөндән башлап Өфөнөң күп профилле полилингваль мәктәптәрендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кубогына ҡышҡы уйындар үтә.

Бөгөндән башлап Өфөнөң күп профилле полилингваль мәктәптәрендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кубогына ҡышҡы уйындар үтә.
Улар 18 февралгә тиклем дауам итәсәк. Бөгөнгө уйындарҙы асыу тантанаһы 162-се "Смарт" полилингваль мәктәбендә ойошторолдо.
Йыйылғандарҙы концерт тамашаһы, сафҡа теҙелеү әҙерлеген ҡарау, сафта йырлау, командирҙар конкурсы менән ҡыуандырҙылар.
Иртәгә шайморатовсылар 44-се полилингваль мәктәптә интеллектуаль уйындарҙа зирәклектәрен һынап ҡараясаҡ. Уларға Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы буйынса һорауҙар биреләсәк.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: